Беҙҙә Татарстан китап нәшриәте ҡунағы

    

     Татарстан Республикаһы көндәре сиктәрендә бөгөн Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Татарстан китап нәшриәтенең баш мөхәррир  урынбаҫары Венера Шәмсетдинова менән осрашыу үтте.
     Бына нисәмә йылдар инде Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының китап нәшриәттәре ҡулға-ҡул тотоношоп үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй, дуҫтарса осрашыуҙар үткәрә, тәжрибә уртаҡлаша.  
     Бөгөнгө йылы атмосферала үткән осрашыуҙа ла ике күрше республиканың да китап баҫып сығарыу, уны заманса технологиялар, йәғни социаль селтәрҙәр нигеҙендә нисек һәм ниндәй юлдар менән халыҡҡа еткереү, таратыу, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе уҡырға өндәү, китапҡа ылыҡтырыу кеүек һорауҙар хаҡында һүҙ барҙы, уртаҡ мәсьәләләр буйынса фекер алышынды. Фекер алышыуҙа «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, баш мөхәррир Зөлфиә Ҡарабаева һәм маркетинг бүлеге етәксеһе Гүзәлиә Мөхтәруллина ҡатнашты.
     Әйтергә кәрәк, Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, 1994 йылда «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» серияһы булдырылған, әлеге көнгә тиклем ике яҡтан да сәсмәүер, шиғриәт өлкәһенән бик күп китап донъя күргән. Улар араһында Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Ғабдулла Туҡай, Туфан Миңнуллин, Әмирхан Еники һәм башҡа бик күп күренекле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы әҫәрҙәр менән таныштырыу кеүек маҡсаттар ҡуйған «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» китаптар серияһы тиҙҙән 25 йыллығын уҙғарырға ниәтләй. Билдәле булыуынса, ике нәшриәт тә быйыл  үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын ҡаршы алырға йыйына .
     «Уҡыусыны әҙәбиәткә нығыраҡ яҡынайтыу, телгә, илгә һөйөү уятыу – беҙҙең уртаҡ һәм иң мөһим бурыстарҙың береһе», - тигән фекерҙә таралышты осрашыу аҙағында ҡунаҡтар.

18.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика