Нәшриәттә Татарстан ҡунаҡтары

«Бер ағас урман булмаған кеүек, бер генә яҙыусы ла тотош әҙәбиәтте үҙ иңендә күтәреп бара алмай. Әҙәбиәт – күп төрлө тауыштарҙан йыйылған ҙур оркестр ул», - тип яҙа яҙыусы, шағир һәм драматург Баязит Бикбай. Әҙиптең һүҙҙәренә ҡушылып түбәндәгеләрҙе лә әйтергә мөмкин булыр ине: эйе, ысынлап та, әҙәбиәт ул халыҡтар араһында тығыҙ бәйләнеш тыуҙырыусы, халыҡты бер-береһе менән яҡынайтыусы, ижади мөмкинлектәр арттырыусы, рухи күперҙәр нығытыусы, яҙыусылар араһында ғына түгел, төбәктәр, илдәр, ҡитғалар араһында ла дуҫлыҡ ептәре төҙөүсе сара ул.
Тап ошолар хаҡында һүҙ барҙы кисә «Китап» нәшриәтендә үткән эшлекле һөйләшеүҙә лә. Фекер алышыуҙа Татарстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Данил Сәлихов, Татарстандың халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы Роберт Миңнуллин менән Гәрәй Рәхим (Григорий Родионов), БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты, йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм «Инеш» нәшриәте етәксеһе Алексей Фенин ҡатнашты.
Бына нисәмә йылдар инде Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының китап нәшриәттәре ҡулға-ҡул тотоношоп үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй, дуҫтарса осрашыуҙар үткәрә, тәжрибә уртаҡлаша.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан һәм Татарстан араһындағы дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, 1994 йылда «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» серияһы булдырылған, әлеге көнгә тиклем ике яҡтан да сәсмәүер, шиғриәт өлкәһенән бик күп китап донъя күргән. Улар араһында Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Рәми Ғарипов, Ғабдулла Туҡай, Туфан Миңнуллин, Әмирхан Еники һәм башҡа бик күп күренекле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре бар. Тиҙҙән, йәғни 2019 йылда, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы әҫәрҙәр менән таныштырыу кеүек маҡсаттар ҡуйған «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» китаптар серияһының 25 йыллығы уҙғарыла. Билдәле булыуынса, ике нәшриәт тә киләһе йылда үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Ошо уңайҙан үткәрелгән кисәге осрашыуҙа ла ике нәшриәттең киләһе йылда 100 йыллыҡ юбилейы һәм «Ҡәрҙәшлек кәштәһе»нә 25 йыл тулыу айҡанлы фекер алышынды, маҡсаттар ҡуйылды, бурыстар билдәләнде.
Осрашыу аҙағында «Инеш» нәшриәте етәксеһе Алексей Фенин ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең «Интервью, которого никогда не было» китабын бүләк итте.








13.12.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика