Нәшриәттә яңы китап: Дилбәр Булатова «Соң түгел» («Һуң түгел»)

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшрәтендә яҙыусы, публицист, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Дилбәр Булатованың татар телендә «Соң түгел» («Һуң түгел») исемле китабы донъя күрҙе. Йыйынтыҡҡа авторҙың һуңғы йылдарҙа ижад иткән повестары («Көтөрмөн, тигән инең», «Һуң түгел», «Йәнтөйәк») һәм хикәйәләре («Аҡ башлыҡлы ҡыҙ», «Әйтмәнең» ) тупланды. Әҫәрҙәрҙәге геройҙар ниндәй генә һынауҙарға дусар булмай! Ғүмер юлында уларҙы бик күп туҡталыштар көтә: Мөхәббәт һәм Хыянат, Шатлыҡ һәм ауырыу, Дәрәжә һәм Түбәнһетеү, һәм башҡалар. Ләкин уңыштар ҙа, яңылышлыҡтар ҙа шуның менән ҡәҙерле – улар барыһы ла үҙебеҙҙеке.
Академик, филология фәндәре докторы Дания Зәһиҙуллина «Ҡазан уттары» журналында (2018 йыл, 18 апрель) Дилбәр Булатованың «Һуң түгел» повесы хаҡында түбәндәгеләрҙе яҙа: «…тормошто яңынан башларға – һуң түгел, ғәфү үтенергә – һуң түгел, башҡаларға ярҙам итергә – һуң түгел, тип өндәшә уның авторы. Повесть беҙҙең заман тураһында һөйләй. Яратышып өйләнешкән, балалары үҫеп килгән Әҙип менән Гөлсәсәк тормошонда мәхәббәт, үпкәләргә күмелеп, юғалһа ла, ғаилә йәшәүен дауам итә. Әммә Әҙиптең аварияғә осрауы, шул аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлөп, ирҙең ғәйепләнеүе хәлде үҙгәртә: улар айырылышалар. Әҙип үҙен аңларҙай йәр – Гөлшатты таба. Ирҙең апаһы Әминә энеһенең ғәйепһеҙлеген иҫбатлар өсөн күп көс түгә, ләкин ситуация улар файҙаһына булып сыҡмай. Ваҡиғалар суд залында хәл ителә: яҙыусы әйтмәһә лә, Әҙипте аҡламауҙары тойомлана. Уның ғәфү үтенеүе лә – ғәйебен таныу түгел, бәлки ғәйепһеҙлеген тағы бер ҡат ишеттереү булып аңлашыла. Повестың отошло яғы – психологизм алымдарына мөрәжәғәт итеүҙә. Яҙыусы Әҙип, Гөлсәсәк, Әминә һәм тикшереүсе Булат исеменән хикәйәләй. Ғөмүмән, нәҡ бына психологизм тексты эстәлек һөйләүгә ҡоролған публицистик әҫәр булыуҙан ҡоткара ла» (http://kazanutlary.ru/index.php/news/jehet-tenkyjt/dilber-bulatova-son-tugel).

Йыйынтыҡ Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды.

Яңы китап тиҙҙән һатыуға сыға. Телефоныбыҙ һәм адресыбыҙ: 8 (347) 246-09-55; Октябрь проспекты, 2.

01.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика