Нәшриәттә яңы китап. Ибраһим Ғиззәтуллин «Үлгәндән һуң утыҙ йыл»

Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, III дәрәжә Дан , I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары, хәрби миҙалдар менән наградланған, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Республикала ғына түгел, элекке Советтар Союзында ла «Башҡорт Корчагины» исеме аҫтында киң билдәлелек алған ҡаһарман шәхес Ибраһим Ғәзизулла улы Ғиззәтуллиндың (1918 - 1992) тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә яңы китап донъя күрҙе. Ул «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» тип атала. Автобиографик повеста автор үҙе күргән-кисергән тетрәндергес ваҡиғаларҙы шәхси яҙмышына бәйләп һүрәтләй. Повестан тыш яңы баҫмала яҙыусының шулай уҡ «Тәүге тапҡыр» исемле хикәйәһе лә урын алған. Китапҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин баш һүҙ яҙа. «Үлемһеҙлек» тип аталған мәҡәләһендә Ноғман Мусин китап уҡыусыға был әҫәрҙең яҙылыу тарихын һөйләй.
Китап БР Хөкүмәте ярҙамы менән баҫтырылды һәм ул тиҙҙән нәшриәттең фирма магазинына һатыуға сыға.
30.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика