Нәшриәттә Земфира Аҡбутинаның «Иҙел ҡыҙы» исемле балалар өсөн өр-яңы китабы донъя күрҙе

«Бер теләгемде

Тыя алманым.

Сыйырсыҡ өсөн

Оя яһаным!

Тик сыйырсығым

Оҙаҡ көттөрә.

Бер ҙә ашыҡмай

Килеп етергә» - тигән шиғыр юлдары менән башлана яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Иҙел ҡыҙы» исемле өр-яңы китабы. Йыйынтыҡ дүрт бүлектән тороп, тәүге бүлеге «Балалар баҡсаһынан - мәктәпкә» тип атала. Бында яҙыусының мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙары урын ала. Бәләкәс дуҫтарын ул «хәрефтәр иленә» алып инә, уларҙың иҫтәрендә яҡшы ҡалырлыҡ һәр хәрефкә шиғыр юлдарын арнай. Шуныһы отошло: яҙыусы башҡорт теленең алфавитында сағылыш тапмаған «В (Уы)» хәрефенә лә урын бирә шиғырҙарында:

Ваҡ-төйәк менән булашып,

Вәли ваҡыт туҙҙыра.

Ватанға хеҙмәт итәм, тип,

Вәкил спортта уҙҙыра!

            Мәктәп йәшендәгеләрҙе Земфира Аҡбутина «Уҡытыусыма», «Сығарылыш уҡыусыһына», «Бүләк» кеүек һәм башҡа бик күп шиғырҙары менән һөйөндөрә. Уларҙы уҡыусылар төрлө сараларҙа, дәрес ваҡытында ҡуллана ала.

            Йыйынтыҡтың өсөнсө һәм дүртенсе бүлектәре тәүге ике бүлектән айырыла. Автор уларҙа балаларҙан ишеткән ҡыҙыҡлы хәбәрҙәрҙе хикмәтле хикәйәләр итеп тасуирлай, әкиәт итеп яҙа.Ә һуңғы бүлек иһә «Иҙел ҡыҙы» тип аталған автобиографик повесты эсенә ала. Повесть 22 хикәйәнән тора, һәр хикәйәгә исем бирелә.

            Дөйөмләштереп алғанда, уҡытыусы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Земфира АҠБУТИНА яңы китабы менән кесе йәштәге уҡыусыларының күңелен арбап, уларҙың йөрәгенә онотолмаҫ юл ярҙы. Уның «Китап» нәшриәтендә «Нур усағы» йыйынтығында «Ҡая сәскәһе» (2001) исемле шиғырҙар шәлкеме һәм «Атай кеүек булам мин» (2005) тигән айырым китаптары ла маҡтауға лайыҡ.

Сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән, сифатлы аҡ ҡағыҙға баҫылған китапты тиҙҙән нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) һатып алырға була .(Ошо көндәрҙә һатыуға сыға).

Белешмә өсөн телефон: 246-09-55.



25.09.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика