Нәшриәттең фирма магазинына Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан» исемле китабы һатыуға сығарылды

    Билдәле әҙибә, яҙыусы, Жәлил Кейекбаев, Рамазан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаеваның күренекле дин әһеле, ишан, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсулевҡа арналған башҡорт телендәге яңы китабы ике киҫәктән тора. Китаптың беренсе киҫәге «Хәҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә» тип атала. Милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхесенең тормошо яҡтыртыла тәүге киҫәктә. Уның тыуыуы, бала сағы, үҫмер осоро, ата-әсә тәрбиәһе, мәҙрәсәлә, Троицкиҙа уҡыу йылдары, унда Мифтахетдин Аҡмулла менән осрашыуы, Гөлбәҙиғә исемле һылыу ҡыҙға өйләнеүе, ғаилә ҡороуы хаҡында ентекле һәм мауыҡтырғыс бәйән ителә. Ғөмүмән, китаптың беренсе киҫәгендә Зәйнулланың 51 йыл ғүмеренә байҡау яһай әҙибә.
     «Зәйнулла ишан» китабы иһә – архив материалдарына таянып, халыҡ хәтирәләренә, ғалимдар, журналистар хеҙмәттәренә нигеҙләнеп яҙылған тулы ҡанлы художестволы әҫәр – повесть булып тора. Бындай олуғ дин әһеле тураһында бәйән итеү яҙыусынан дини ғилем, Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләмдең, башҡа пәйғәмбәрҙәрҙең тормошон белеүҙе, Силсилә сылбырына ингән шәйехтәрҙең хеҙмәтен өйрәнеүҙе, суфыйсылыҡ нигеҙҙәре менән таныш булыуҙы талап итә. Ул ғына ла түгел, Зәйнулла ишандың тормошоноң башҡаларға мәғлүм булмаған йәшерен серле яғын, камиллашыу юлын асып һалыр өсөн уның Аллаһҡа ниндәй юлдар менән яҡынайыуын, кешеләрҙе дауалағанда ниндәй алымдар ҡулланыуын, төрмәләрҙә ултырғанда ниҙәр кисереүен күҙ алдына килтерергә кәрәк ине. Яҙыусы быларҙың барыһын уңышлы атҡарып сыҡҡкан». («Иманыбыҙ менән көслөбөҙ», Ғиниәт Ҡунафин, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы).
     Китап уҡыусылар әҙибәнең әҫәрҙәрен ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡый, унан рухи көс таба, китаптары менән ҡыҙыҡһына. Яҙыусының һәр китабы күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә, мауыҡтыра.
   Изгеләр, әүлиәләр темаһына байтаҡ әҫәрҙәр ижад иткән яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан. I бүлек. Хаҡиҡәт баҫҡысына үрләгәндә» китабы нәшриәттең фирма магазинына һатыуға сығарылды. Хаҡы – 435 һум.
     Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!

12.07.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика