Нәшриәттең күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Силәбе ҡалаһында

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Силәбелә. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм V Бөтә донъя башҡорттары съезына арналған ҡоролтай ултырышына нәшриәт сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарын алып барҙы. Сара Силәбе дәүләт университетында бара. Оло ҡорға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге, тарихсылар, фән эшмәкәрҙәре, яҙыусылар һәм журналистар йыйылды. «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән китап һатыу-йәрминкәбеҙ Башҡортостаныбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды.












05.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика