Нәшриәттең күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Ырымбурҙа

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Ырымбурҙа. Башҡорт автономияһының 100 йыллығы уңайынан Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре тип аталған сарала нәшриәт милләттәштәребеҙҙе сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптары менән һөйөндөрҙө. Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә, тәбиғәтенә арналған китаптарҙы күпләп алды ырымбурҙар!
«100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелгән китап һатыу-йәрминкәбеҙ менән күрше төбәк халҡын һөйөндөрә алыуыбыҙға сикһеҙ шатландыҡ. Әйткәндәй, күргәҙмә шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналды.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев, республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.
Ырымбур башҡорттары "Бабич" фильмын ҡараны, Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһе етәкселеге вәкилдәрен, ҡоролтай  рәйестәре, тарихсыларҙың сығыштарын тыңланы.
Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә дәүләт драма театры бинаһының фойеһында сарала ҡатнашыусылар тағы ла башҡа төр күргәҙмә-йәрминкәләр менән танышты.






08.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика