Нәшриәттең китап һатыу күргәҙмәһе Һарытау өлкәһенә әҙерләнә

      Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте сираттағы сауҙа күргәҙмәһен 19 апрелдә Һарытау өлкәһендә уҙғара. 

     Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә 19 апрелдә Һарытау өлкәһе Пугачев ҡалаһында ҙур тантана ойошторола. 

    Нәшриәт тә был саранан ситтә ҡалмай, ул күрше өлкә халҡын Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған китаптары, һүҙлектәре, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, дәреслектәре, мәктәп һәм мосолман календарҙары менән һөйөндөрөргә ашыға.

     «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә ойошторолған һатыу күргәҙмәбеҙ иртәнге сәғәт 10-да эш башлай.

     Әҙәбиәт һөйөүсе, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы Һарытау өлкәһе Пугачев ҡалаһының Мәҙәниәт йортонда көтөп ҡалабыҙ! 

     Күргәҙмәгә теләге булған һәр кем үтә ала.

     Китап сауҙаһына, оло тамашаға рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!

16.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика