Нәшриәттең китап һатыу күргәҙмәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашты

    

      Кисә Өфөлә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы асылды. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған сарала Башҡортостан район-ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларынан уҡытыусылар ҡатнашты, шулай уҡ Бүрәт, Саха (Якут) Республикаһынан, Ҡырғыҙстандан, Сыуашстандан һәм Германиянан ҡунаҡтар саҡырылды. 

      Тәүге көндө съезд делегаттары Өфөнөң гимназия, мәктәп, лицейҙарында оҫталыҡ кластары ҡараны, тәжрибә уртаҡлашты. Бөгөн Өфөнөң “Торатау” Конгресс-холында съездың пленар ултырышы, дискуссион майҙансыҡтары ойошторолдо.

      Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмәһе лә ҡатнашты. Ул сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмаларҙы тәҡдим итте. Күргәҙмәлә шулай уҡ федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ингән дәреслектәр ҙә бар ине.









12.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика