Нәшриәттең китап һатыу-күргәҙмәһе Силәбе ҡалаһына әҙерләнә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең сауҙа-күргәҙмәһе иртәгә, йәғни 5 апрелдә, Силәбегә юлға сыға.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләү  уңайынан һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә иртәгә Силәбе ҡалаһында ҙур сара уҙғарыла. Нәшриәт тә был саранан ситтә ҡалмай, ул Силәбеләрҙе Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә арналған китаптары, һүҙлектәре, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, дәреслектәре, мәктәп һәм мосолман календарҙары менән һөйөндөрөргә ашыға .

Силәбе өлкәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре 5 апрелдә Силәбе ҡалаһында оло байрам менән тамамлана. Унда Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Ҡоролтай етәкселеге һәм журналистарҙан торған делегация ҡатнаша. Программала Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш, башҡорт йәмәғәт ойошмаларының конференцияһы, күргәҙмәләр һәм Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе концерты ҡаралған.

«100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә ойошторолған һатыу-күргәҙмәбеҙ иртәнге сәғәт 10-да эш башлай. Әҙәбиәт һөйөүсе, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы Силәбе дәүләт университетының фойеһында көтөп ҡалабыҙ!

Күргәҙмәгә теләге булған һәр кем үтә ала. 

Китап сауҙаһына, оло тамашаға рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!


04.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика