Нәшриәттең китап һатыу-күргәҙмәһе тиҙҙән Аҡмулла төйәге - Миәкәгә юл тота

     

       Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу-күргәҙмәһе тиҙҙән арҙаҡлы шәхесебеҙ, яҡтылыҡ йырсыһы, мәғрифәтебеҙ күге йондоҙо Мифтахетдин Аҡмулла төйәге – Миәкәгә барырға әҙерләнә. Әҙәбиәт һөйөүсе, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы 2019 йылдың 17 апрелендә Миәкә районы үҙәге Ҡырғыҙ-Миәкәлә көтөп ҡалабыҙ! Әйткәндәй, райондың Мәҙәниәт йортонда был көндө Башҡортостандың 100 йыллығына арналған ҙур тантана ла ойошторола.

      Күргәҙмә Башҡортостан республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы нигеҙендә үткәрелә.

      Хөрмәтле Миәкәләр, хөрмәтле милләттәштәр! Нәшриәтебеҙҙә сыҡҡан өр-яңы китаптар менән танышырға, уларҙы яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға бүләк итергә теләһәгеҙ, район Мәҙәниәт йортона килегеҙ! Беҙ һеҙҙең күңелегеҙгә яраған, зауығығыҙҙы, рухиәтегеҙҙе үҫтергән иң матур, бай йөкмәткеле, сағыу тышлы китаптарыбыҙҙы, календарҙарыбыҙҙы, дәреслектәребеҙҙе, фотоальбомдарыбыҙҙы, уҡыу әсбаптарыбыҙҙы алып киләбеҙ!

        М. Аҡмулла әйтмешләй: «Белемлелек – арыҫландан көслө батыр,

                                                       Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай»!

      Һатыу күргәҙмәһе сәғәт киске 5-тә башлана! Район үҙәге Мәҙәниәт йортона рәхим итегеҙ! Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ.

      Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55;

      Электрон адресыбыҙ: kitapmarket@mail.ru;

      Сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru

10.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика