Нәшриәттең китап һатыу күргәҙмәһе тиҙҙән Архангель яҡтарына юл тота

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең сираттағы китап һатыу күргәҙмәһе Архангель районында уҙасаҡ. Әҙәбиәт һөйөүсе, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙҙы  2019 йылдың   25 ғинуарында Архангель районының Мәҙәниәт һарайында көтөп ҡалабыҙ! Әйткәндәй, райондың мәҙәниәт һарайында был көндө «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты сиктәрендә республикабыҙ рәссмадарының ижади кисәһе лә ойошторола.
Күргәҙмә Башҡортостан  республикаһының һәм нәшриәттең ойошторолоуына  100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы нигеҙендә үткәрелә.
Хөрмәтле  Архангелдәр, хөрмәтле милләттәштәр! Нәшриәтебеҙҙә сыҡҡан өр-яңы китаптар менән танышырға, уларҙы яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға бүләк итергә теләһәгеҙ, Район мәҙәниәт һарыйына килегеҙ! Беҙ һеҙгә күңелегеҙгә яраған, зауығығыҙҙы, рухиәтегеҙҙе үҫтергән иң матур, бай йөкмәткеле, сағыу тышлы китаптарыбыҙҙы, календарҙарыбыҙҙы, дәреслектәребеҙҙе, фотоальбомдарыбыҙҙы, уҡыу әсбаптарыбыҙҙы алып киләбеҙ! Һатыу күргәҙмәһе иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана! Мәҙәниәт һарайына  рәхим итегеҙ!

18.01.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика