Нәшриәттең китап йәрминкәһе Сибайҙа һәм Әбйәлилдә уҙғарыласаҡ һабантуйҙарға әҙерләнә

     Республикабыҙ яландарында аҙна һайын тиерлек халҡыбыҙҙың иң яратҡан байрамдарының береһе – һабантуйҙар гөрләй !
    Һабантуй байрамы яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға арналған, ялан батырҙарына – ауыл уңғандарына дан йырлаған яҙғы байрам, башҡорттарҙың борон-борондан килгән йолаһы.
    Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү һәм яҙғы баҫыу эштәрен тамамлауға арналған тантаналы сараларҙан «Китап» нәшриәте ситтә ҡалғаны булманы. Ул тантаға йәм өҫтәп, хеҙмәт алдынғылары – китап уҡыусыларын үҙ продукциялары менән һөйөндөрә тора.
    Һабантуй башланған көндәрҙән үк нәшриәттең һатыу-күргәҙмәһе халыҡ менән бергә булды, әҙәбиәт һөйөүселәренә күңел йылыһы һалып баҫылған китаптарын тәҡдим итте. 1 июндә үҙ баҫмалары менән Бөрйән уңғандарын ҡыуандырһа, 8 июнь көндө Учалы тарафтарында булып, әҙәбиәт һөйөүселәре менән осрашты, уларға Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, танылған шәхестәренә арналған китаптарын, һүҙлектәрен, уҡыу-уҡытыу ҡулланмаларын, дәреслектәрен, мәктәп һәм мосолман календарҙарын тәҡдим итте.
     Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 22 июнь - Сибай ҡалаһында, 23 июнь – Әбйәлил районында уҙғарыласаҡ һабантуйҙарға барырға әҙерләнә. Күңелле тантаналарға ул балалар, ололар өсөн нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, тарихи баҫмалар, йырҙар йыйынтығы һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбын алып бара! Һәр кемдең күңеленә хуш килерҙәй тантаналарға рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!
     Әйткәндәй, 21-22 июндә Сибай ҡалаһында үткәреләсәк һабантуй – «Урал аръяғы – 2019» инвестициялар һабантуйы тип атала. Ул бөтә Рәсәй кимәлендә уҙасаҡ, унда рекордлы күләмдә кешеләрҙең ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр итә сараны ойоштороусылар. «Китап» нәшриәтенең дә был һабантуйҙа ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәй.
    Һабантуй – яҙғы сәсеү эштәрен йомғаҡлау ғына түгел, дуҫлыҡ, татыулыҡ байрамы ла, ул төрлө милләт халыҡтарын бергә йыя. Милли көрәш, һырғалаҡҡа үрмәләү, арҡан тартышыу кеүек милли уйындар ойошторола, башҡа милләтәрҙең йолалары күрһәтелә бында.


(Фотола Учалы районында уҙғарылған һабантуй күренештәре)

    






20.06.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика