Нәшриәттең сауҙа-күргәҙмәһе Һарытау өлкәһендә

      Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең күргәҙмә-йәрминкәһе бөгөн Һарытау өлкәһе Пугачев ҡалаһында күрше төбәк халҡын үҙ продукцияһы – китаптары менән һөйөндөрә.

      Пугачев ҡалаһының «Дуҫлыҡ» үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуын байрам итеү һәм V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә өлкә башҡорттары ҡоролтайы үтә. Сарала Өфөнән тарихсы, БДУ доценты Нурислам Ҡалмантаев, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бүлеге етәксеһе Розалия Сәфиуллина, Ҡоролтай аппараты бүлеге начальнигы Алһыу Сирғәлина, «Юлдаш» радиоһы журналисы Венера Ситдиҡова ҡатнаша.






19.04.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика