Нәшриәттең сауҙа-күргәҙмәһе Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына юллана

Нәшриәттең сауҙа-күргәҙмәһе Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына юллана

    Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте 23 августа Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарына юл тота. Унда үтәсәк уҡытыусылар кәңәшмәһенә нәшриәт өр-яңы китаптарын алып барырға ниәтләй. Улар араһында Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, танылған шәхестәренә арналған баҫмалар, һүҙлектәр, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, яңы дәреслектәр, мосолман календарҙары буласаҡ. Шулай уҡ балалар әҙәбиәте, оло һәм йәш быуын яҙыусыларының, шағирҙарының һайланма әҫәрҙәре лә күргәҙмәлә урын аласаҡ.  
    Һатыу күргәҙмәһе сәғәт көндөҙгө 10-да башлана! Күгәрсен районы Мораҡ ауылы, Зәйнәб Биишева урамы, 80-се һанлы йорт һәм Көйөргәҙе районы Бахмут ауылы, Совет урамы, 41-се һанлы йортҡа рәхим итегеҙ!  
   Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ. Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; электрон адресыбыҙ:kitapmarket@mail.ru; сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru
22.08.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика