Нәшриәттең сауҙа-йәрминкәһе Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенең китап һатыу-күргәҙмәһе республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгенә сәфәр ҡылды. Бөгөн ул дәртле-дарманлы дүртөйлөләр ерендә булды. Райондың мәҙәниәт йортонда ул әҙәбиәт һөйөүселәренә яңы китаптарын тәҡдим итте. Әйткәндәй, бында бөгөн Башҡортостандың эстрада йондоҙо Ризуан Хәкимов етәкселегендәге концерттың уҙыуы барыһы өсөн дә бик уңай булды. Бер яҡтан, халыҡ Ризуан Хәкимовтың моңло йырҙарын тыңлап һөйөнһә, икенсенән, күңеленә оҡшаған, рухиәтен үҫтергән китаптарҙы алып, икеләтә ҡыуанды. Бигерәк тә, Ҡөрьән китабының яңы баҫмаһы, «Урал батыр», Рим Әхмәдовтың өс киҫәктән торған «Одолень-трава», «Үләндәр – һинең дуҫтарың һәм дошмандарың», «Одолень-трава эҙҙәре буйлап» китаптары, мәктәп һәм мосолман календарҙары, уҡыу ҡулланмалары, һүҙлектәр уҡыусы күңеленә хуш килде.
Ошондай уҡ сауҙа-йәрминкәһе иртәгә, йәғни 26 февралдә, Нефтекама ҡалаһында ла ойоштороласаҡ. Китапханасыларҙы, мәктәп уҡытыусыларын һәм уҡыусыларын, мәктәпкәсә белем биреү учреждение тәрбиәселәрен, хеҙмәткәрҙәрен, ғөмүмән, киң ҡатлам китап уҡыусыларын төштән һуң сәғәт 2-лә Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм киске сәғәт 7-лә Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә көтөп ҡалабыҙ.
Хөрмәтле әҙәбиәт, сәнғәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Кисен бер юлы Радик Юлъяҡшиндың концертын ҡарап та, күргәҙмәнән күңелегеҙ теләгән яңы китаптарҙы һатып алып та ҡайтырға теләһәгеҙ, Нефтекама ҡалаһының мәҙәниәт үҙәгенә рәхим итегеҙ!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: һатыу-күргәҙмәләребеҙ Башҡортостандың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә уҙа.







25.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика