Нәшриәттең сираттағы сауҙа-күргәҙмәһе тиҙҙән Яңауылға юллана

   Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмәһе республикабыҙ халҡын һөйөндөрөп, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафтарында булып өлгөрҙө. Республикабыҙҙың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған сауҙа-күргәҙмәһе «Йөҙ ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелеп, Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Көйөргәҙе, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен, Мәсетле, Дүртөйлө, Ишембай, Әбйәлил, Миәкә, Кушнаренко районы һәм ауылдарында, Стәрлетамаҡ, Салауат, Нефтекама ҡалаларында, хатта сит өлкәләрҙә лә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә китап байрамы ойошторҙо.
     Сираттағы сәфәрен ул Яңауыл яҡтарына барып дауам итмәксе. Сауҙа-күргәҙмәһе 15 майҙа Яңауыл ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Әйткәндәй, Яңауылда был көндө танылған режиссер Фәтих Иҡсанов иҫтәлегенә арналған «Моңға бай гармун байрамы» исемле республика кимәлендәге гармун байрамы уҙғарыла. Китап һатыу күргәҙмәбеҙ гармун, тальян оҫталарының, төрлө ансамблдәрҙең, милли уйын ҡоралдары яһаусыларҙың ҡатнашлығында үткән байрамға тап килеүе икеләтә һөйөнөслө. Сараға килеүселәргә, унда ҡатнашыусыларға, ғөмүмән, Яңауыл ҡалаһы һәм районы халҡына нәшриәт өр-яңы китаптарын алып барырға ниәтләй. Китаптар араһында Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, танылған шәхестәренә арналған баҫмалар, һүҙлектәр, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары, дәреслектәр, мәктәп һәм мосолман календарҙары буласаҡ. Китап уҡыусыларға шулай уҡ балалар әҙәбиәте, оло һәм йәш быуын яҙыусыларының, шағирҙарының һайланма әҫәрҙәре лә тәҡдим ителәсәк.    

     Һатыу күргәҙмәһе сәғәт көндөҙгө 5-тә башлана! Яңауыл Мәҙәниәт һарайына рәхим итегеҙ!    Һорауҙарығыҙ булһа, беҙгә шылтыратығыҙ. Телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; электрон адресыбыҙ: kitapmarket@mail.ru; сайтыбыҙ: http://www.kitap-ufa.ru



08.05.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика