Әнисә Таһированың «Киске шәфәҡ йыры» китабының исем туйы үтте

Әнисә Таһированың «Киске шәфәҡ йыры» китабының исем туйы үтте

   21 декабрь көнө Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала күренекле шағирә, тәржемәсе, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Тыныслыҡ фондының Почетлы миҙалына лайыҡ булған Әнисә Абдулла ҡыҙы Таһированың «Киске шәфәҡ йыры» исемле китабының исем туйы үтте. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән был китапта авторҙың шиғырҙары, сонеттары, тәржемәләре һәм поэмалары тупланған.

    Сараға Әнисә Абдулла ҡыҙының туғандары, ҡәләмдәштәре, дуҫтары йыйылды. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенең аҡһаҡалы Ноғман ағай Мусиндың килеүе кисәгә айырыуса мәртәбә өҫтәне. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зәки Әлибаев етәкселегендә килгән башҡорт филологияһы факультетының 3 курс студенттары күңелендә лә китаптары буйынса ғына уҡып белгән шағирә менән яҡындан танышыу көслө тәьҫораттар ҡалдырҙы.

    Тантананы Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге хеҙмәткәре Айгөл Буранғолова алып барҙы.

 

   Әнисә Абдулла ҡыҙы барлыҡ килеүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм: «Әҙәбиәтте яратҡан кеше рухи яҡтан көслө була», – тип, сарала ҡатнашыусыларҙы һәр саҡ әҙәбиәт, ижад менән бергә булырға саҡырҙы, яңы китабынан шиғырҙарын, тәржемәләрен уҡып ишеттерҙе.


        



  




  

      Шағирәне китапхана директоры Айгөл Моратова, яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, БР Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Зәки Әлибаев, «Китап» нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһы мөдире Әлфиә Әсәҙуллина, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, «Ватандаш» журналының яуаплы секретары Эльза Кәлимуллина, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева, тәржемәсе, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Гүзәл Хамматова, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәҙисә Солтангәрәева тәбрикләне. Сығыш яһаусылар Әнисә Абдулла ҡыҙының башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләрлек юғары ижады, сонеттар оҫтаһы булыуын телгә алды, кеше, ҡатын-ҡыҙ, шағирә булараҡ ҡылыҡһырланы, уға һоҡланыуын белдерҙе, 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләне һәм яңы ижади үрҙәр теләп хушлашты.


                                                                                                                    






22.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика