Нисек миллионер булырға?

Нисек миллионер булырға?

   Флүр Ғәлимовтың «Яңы башҡорт» романы – бизнес менән әҙәби ижад синтезы. Нисек итеп үҙ эшеңде башлап ебәрергә? Бизнесмен булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Баҙар шарттарында нисек лайыҡлы йәшәргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты «Яңы башҡорт» китабынан табырға мөмкин.

    Автор әҫәрендә эшһеҙлек, кешеләрҙең тормошта үҙ урынын таба алмауы кеүек замандың социаль проблемаларын яҡтыртып ҡына ҡалмай, ә уларҙы анализлап, был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләй, һәм ошо эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә тыуған тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

    Китап – үҙ эшен башларға йыйынған йәки бизнес өлкәһендә тәүге аҙымдар яһаған кешеләргә йүнәлеш алыу өсөн яҡшы ҡулланма. Шул уҡ ваҡытта ул фәлсәфәүи фекерҙәргә, ҡанатлы һүҙҙәргә, әйтемдәргә бай художестволы әҫәр.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
25.11.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика