Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәрҙәре»нең 11-се томы сыҡты

Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәрҙәре»нең 11-се томы сыҡты

   «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» серияһында Ноғман Мусиндың «Һайланма әҫәрҙәре»нең 11-се томы донъя күрҙе. Был китапта авторҙың ҡәләмдәштәре Б. Бикбай, З. Биишева, Ғ. Ибраһимов, Ғ. Рамазанов, Ф. Иҫәнғолов, С. Шәрипов һ.б. хаҡында ижади портреттары, тәбиғәт, ил, халыҡ яҙмышы, йәш кешеләрҙең тормошта үҙ урынын эҙләү мәсьәләләре сағылыш тапҡан очерктары һәм публицистик мәҡәләләре, роман һәм хикәйә жанрына ҡуйылған талаптар, совет һәм милли әҙәбиәт үҙенсәлектәре тураһында тәнҡит мәҡәләләре урын алды.

    Баҫма киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.
21.11.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика