Ҡоштар мине ярата. Кәрим Булат

З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Кәрим Булаттың кескәй уҡыусыларға тәғәйенләнгән “Ҡоштар мине ярата” исемле шиғырҙар, йомаҡтар китабы сыҡты. Кәрим Булаттың балалар өсөн яҙылған шиғри әҫәрҙәре сюжеттарҙың тәбиғилеге, рифма еңеллеге, образдар баҙыҡлығы менән үҙенә тартып тора. Уҡыусы китапта шағирҙың мауыҡтырғыс кескәйҙәр донъяһын сағылдырған үҙенсәлекте телен, бала күңеленең йылылығын, аҡылының тапҡырлығын, тәбиғәт миҙгелдәренең һулышын тойомлай ала.
Кәрим Булат (Кәрим Булатбай улы Сәлимов) 1949 йылдың 11 ғинуарында Ғафури районының Яугилде ауылында тыуып үҫкән. Оҙаҡ йылдар Стәрлетамаҡ химия заводында эшләй. Төп эшенән тыш, Кәрим Булат әҙәби ижад менән шөғөлләнә. Башлыса лирик, патриотик, кескәйҙәр өсөн ижад ителгән уҡымлы шиғырҙары, поэмалары һәм мәҡәләләре менән әҙәби мөхиттә танылыу таба. Башҡортостандың  Яҙыусылар союзы һәм Журналистар союзы ағзаһы, шиғри йыйынтыҡтар авторы. Күп кенә әҫәрҙәре дәреслектәргә һәм кластан тыш уҡыу китаптарына, “Башҡорт шиғриәте антологияһына” (Өфө: Китап, 2014) ингән,  шиғырҙарына йырҙар яҙылған.
______________
В Башкирском издательстве “Китап” имени З. Биишевой вышла книга стихов и загадок для детей Карима Булата “Птицы меня любят” на башкирском языке.  Детская поэзия Карима Булата притягивает читателей непринужденностью  сюжетов, легкостью рифмы, красочностью образов.
Карим Булат (Карим Булатбаевич Салимов) родился 11 января 1949 года в д.Явгильды Гафурийского района.  Многие годы работал на Стерлитамакском химическом заводе. Член Союза писателей и Союза журналистов Башкортостана. Автор поэтических сборников, публицистических статей. Многие его произведения вошли в учебники и книги для внеклассного чтения, а также в “Антологию башкирской поэзии” (Уфа: Китап, 2014; на баш. яз.); на стихи поэта написаны песни.
01.11.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика