«Рәми Ғарипов. Үҫмер көндәлектәре» серияһынан китаптар һатыуға сыҡты

«Рәми Ғарипов. Үҫмер көндәлектәре» серияһынан китаптар һатыуға сыҡты

    «Китап» фирма магазинында Башҡортостандың халыҡ шағиры, атаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе Рәми Ғариповтың үҫмер сағында алып барған көндәлектәре һатыуға сыҡты. Яҙмалар 3 китаптан тора: «Киләсәккә юл ярам» (5 апрель 1946 – июль 1948), «Пилот яҙмалары» (2 ғинуар 1949 – 25 июнь 1949) һәм «Уҡыу океаны» (17 сентябрь 1949 – 25 ғинуар 1950). Был көндәлектәрҙә әҙиптең 14 йәшенән алып ғүмеренең ахырынаса йыйылған алтынға бәрәбәр фекерҙәре, гәлсәрҙәй саф кисерештәре, ынйылай матур хыялдары тупланған.


                                                


    Баҫмаларҙың баш һүҙ, аңлатмалар авторы һәм төҙөүсеһе Зөһрә Бураҡаева билдәләүенсә, «Рәми Ғарипов өсөн көндәлек – һыҙма-яҙмалар, булған хәл-ваҡиғаларҙы теркәп барыу ғына түгел, ә үҙ тормошоноң романын яҙыу… Рәми Ғарипов көндәлектәре – донъя әҙәбиәте кимәлендәге уникаль күренеш. Ул әҙәби һәм тарихи мираҫ ҡына түгел, башҡорт йәштәре өсөн бик фәһемле, бик кәрәкле әсбап, сөнки ун дүрт йәшлек үҫмерҙең яҙмалары – бөйөк маҡсатты алдан уҡ билдәләй белгән шәхестең уйланыуҙары, эҙләнеүҙәре. Тимәк, ошо йәштән үк оло маҡсаттар билдәләгәндә һәм үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә, ҙур үрҙәр яуларға булалыр… »

    Көндәлектәр үҙгәртелмәй баҫылған, тик яңы орфографик ҡағиҙәләргә ярашлы төҙәтелгән. Китаптар Ғариповтарҙың ғаилә альбомынан файҙаланылған фотолар менән байытылған, шағир көндәлектәренән алынған һүрәттәр менән биҙәлгән.

    Баҫмаларҙы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

13.02.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика