Радик Хәкимйәндең уңған шиғри көлтәһе

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә күренекле шағир Радик Хәкимйәндең  татар телендә “Ғүмер көлтәһе” исемле йыйынтығы донъя күрҙе.
75 йәшлек юбилейын билдәләгән шағирҙың был йыйынтығына һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары һәм дә төрлө осорҙа донъя күргән, шиғриәт һөйөүселәр тарафынан яратып ҡабул ителгән әҫәрҙәре тупланды.
Авторҙың үҙенсәлекле шиғри тауышы, йырҙарының эске моңо йөрәктәрҙә хистәрҙе дөрләтеп, яҡтыртып ебәрә. Уның күпселек шиғырҙарында тәрән уйланыуҙар, нескә хистәр аша бөгөнгө көн, замандаштарыбыҙ, донъя именлеге, йәшәү мәғәнәһе, шәхес яҙмышы проблемалары күтәрелә. Радик Хәкимйәндең ижад емеше уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Был китапты ла фирма магазиныбыҙҙа һатыуҙа табырға мөмкин.

27.07.2016

Возврат к списку