Рауил Бикбаевтың яңы китабы донъя күрҙе

Рауил Бикбаевтың яңы китабы донъя күрҙе

    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Рауил Бикбаевтың «Иң беренсе мөғжизә» китабы донъя күрҙе. Әҙиптең яңы китабына кеше яҙмышы һәм заман ағышы хаҡындағы уйланыуҙары – һуңғы йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, фәлсәфәүи парсалары һәм «Граждандарҙы ҡабул итеү көнө» исемле поэмаһы тупланған.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинында (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтында һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

08.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика