Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәр»енең икенсе томы донъя күрҙе

            Күренекле яҙыусы Рауил Шаммастың «Һайланма әҫәрҙәр»енең икенсе томына тормош һәм ижад юлы хаҡындағы ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, ҡәләмдәштәренең ижади портреттары, мауыҡтырғыс повестар («Берәү генәм - бергенәм», «Ҡар бөртөгөндә ҡояш», «Малай», «Пар ҡанат талмай»), хикәйәләр һәм юморескалар («Лимон», «Мәрхәмәтле Мәрхәбә», «Ғәҙел йәндәр», «Һабаҡ», «Кем кемде?», «Алтын ҡушкөбәк», «Ҡасан үлергә тиһең...», «Ҡыйыш телефон») инде. Уларҙа республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы ярылып ята, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының героизмы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше темалары күтәрелә, уҡытыусылар һәм журналистар тормошо сағылдырыла. Башҡорт һәм татар яҙыусылары, ижадташ дуҫтары хаҡындағы иҫтәлектәре ғалимдар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булыр.


***

Ике тиҫтәнән артыҡ китап авторы Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, рус, украин, ҡараҡалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Уның шиғырҙарына билдәле композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов һәм башҡалар тиҫтәләгән йыр ижад иткән.
Рауил Шаммас тәржемә өлкәһендә лә әүҙем генә хеҙмәт күрһәткән әҙип. Ул билдәле рус совет шағиры Самуил Маршактың, шулай уҡ ҡаҙаҡ, ҡараҡалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш авторҙарының шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итеп баҫтырҙы.
2015 йылдың мартында «Китап» нәшриәтендә әҙиптең «Һайланма әҫәрҙәре»нең I томы донъя күрҙе. Баҫманың беренсе бүлегендә уның 2010—2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙары һәм поэмалары, икенсеһендә — бынан алдағы төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәре тупланған. Өсөнсө бүлектә шағирҙың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урынлаштырылған. Меңләгән китап уҡыусылар Рауил Шаммасты «изгелекле, яҡты күңелле шағир» итеп белә, сөнки «уның лирик геройҙары һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ышана, матурлыҡҡа, ғәҙеллеккә ынтыла. Шағир төрлө темаларға мөрәжәғәт итә, ижады төрлө тарихи дәүерҙәрҙе үҙ эсенә ала. Иң мөһиме — әҫәрҙәрендәге һәр образды, һәр фекерҙе үҙ йөрәге аша үткәргән».
11.03.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика