Рухи хазиналар

  Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады хаҡында һүҙ барғанда, иң элек халыҡ йырҙары, әкиәттәр, мәҡәл-әйтемдәр, риүәйәт-легендалар күҙ алдына килеп баҫа. Ысынлап та, беҙҙең көндәргәсә  һаҡланып ҡалған төп ҡиммәттәрҙең береһе ул ауыҙ-тел ижады. Баһалап бөткөһөҙ ошо байлыҡты һаҡлаусы зиһенле, аҡыллы  кешеләребеҙ башҡорт халҡының киләсәге өсөн рухи байлыҡ һәйкәле ҡойған. Тарихтан күренеүенсә, төрлө баҫҡын, яуҙар ауыр замандар булыуға ҡарамаҫтан, улар быуаттан-быуатҡа, телдән-телгә күсеп, бөгөнгәсә һаҡланып килгән. Халыҡ ижадының һәр төрөндә, мәҡәлме, йырмы, –   үҙенсәлеге  һаҡланып ҡалған. Улар иһә  – үҙе бер айырым донъя. Һуңғы йылдарҙа   ололар менән бер рәттән йәштәр ҙә халҡыбыҙҙың үткәнен теләп өйрәнәләр, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, яҡшы күрһәткестәргә  эйә булалар.

   Рухи  хазинабыҙ – халҡыбыҙ  ижадына битараф булмаған  уҡыусыларыбыҙға Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте  «Башҡорт халыҡ ижады» ның түбәндәге томдарын тәҡдим итә:

  Башҡорт халыҡ ижады. X  том.

  Донъяуи күренештәрҙе, тормошто  тел саралары аша  һүрәтләүҙә  мәҡәл һәм әйтемдәрҙең  роле ифрат ҙур, сөнки улар халыҡ белеменә, уның мәҙәни-тарихи традицияларына, көнкүреш тәжрибәһенә  таянып ижад ителгән. Шуға ла һүҙ сәнғәтенең был төрөн йыйыу, өйрәнеү, баҫтырып сығарыу эше  үҙенең әһәмиәтен бер ҡасан да юғалтмай.

  Был китап 2006 йылда нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ ижады. X том. Беренсе китап: Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» томының дауамы. Уға  һуңғы ун йыл эсендә  йыйылған паремик ижад өлгөләре индерелде.

  Ҡулланыусылар даирәһен киңәйтеү ниәтендә  йыйынтыҡҡа  башҡорт халҡының  мәҡәл-әйтемдәре, уларға мәғәнәләш булған урыҫ һәм инглиз мәҡәлдәре  айырым бүлек рәүешендә тәҡдим ителә.

  Башҡорт халыҡ ижады.  XIV том.

  Был том башҡорт халыҡ ижадының  бай ғына өлөшөн тәшкил иткән  Бөйөк Ватан  һуғышы фольклоры  әҫәрҙәренән төҙөлдө. Төрлө йыйынтыҡтарҙа донъя күргән  традицион жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр менән бер рәттән, тәүләп баҫылғандары ла  байтаҡ. Айырыуса хәтирәләр, хаттар, көләмәстәр, шиғырҙар бүлектәрендәге  материалдар  шундайҙарҙан.

  Китапҡа материалдар  жанрҙар  буйынса индерелде. Инеш мәҡәләлә һүҙ барған осор  фольклорын яҙып алыу, баҫтырып сығарыу, өйрәнеү тарихы һәм ҡайһы бер жанрҙар, уларға ҡараған  әҫәрҙәр хаҡында мәғлүмәттәр, күҙәтеүҙәр бирелде.  Китаптың аҙағында  аңлатмалар  һәм сығанаҡтар күрһәткесе урын алды.

  Был китаптар нәшриәттең магазиндарында һәр саҡ һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
12.11.2020

Возврат к списку