Сәнғәт донъяһына сәйәхәт

Сәнғәт донъяһы – үҙе бер мөғжизә. Ошо донъяла иркен гиҙеү, уның серҙәренә төшөнөү һәләтле, тырыш һәм ныҡышмалдарҙың ғына ғына өлөшөнә төшәлер.
Тарихты байҡаһаҡ, башҡорт халҡының тормошо элек-электән сәнғәт менән тығыҙ бәйләнештә булған. Быуаттан-быуатҡа, быуындан-быуынға күсә килә ул байый һәм төрлөләнә генә барған. Әлеге көндә лә республикабыҙҙа был йәһәттән бик күп эштәр алып барыла, башҡорт халҡы үҙ балаһын бишектән ошо юҫыҡта тәрбиәләргә тырыша.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте "Моң илендә" тигән китап тәҡдим итә (Төҙөүсеһе Илһам Ноғоманов).
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан был буям китабы кескәйҙәрҙе төрлө башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары менән таныштыра.
Был китапты беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин. Хаҡы 40 һум.
29.06.2020

Возврат к списку