Сәрүәр Суринаның «Биҙәктәрҙе кем яһаған?» исемле кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн яңы әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе һәм һатыуға сыҡты.

Әкиәт беҙҙең иң беренсе ихлас дуҫ, офоҡ аръяғына саҡырыусы, билдәһеҙ яҡтарға юл өйрәтеүсе. Әкиәт юлы беҙҙе донъяға алып инеп китә. Ҡай саҡ аҙаштыра, ҡай саҡ яңылыштыра, иллә-мәгәр ул беҙҙе ташламай.
Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә  башҡорт яҙыусыһы һәм шағиры, драматург, журналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының  Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге әҙәби премиялар һәм Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы лауреаты Сәрүәр Суринаның «Биҙәктәрҙе кем яһаған?» исемле кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн яңы әкиәттәр йыйынтығы донъя күрҙе һәм һатыуға сыҡты.
Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан (http://www.kitap-ufa.ru) ала алаһығыҙ. Һатыуҙа бар. Бәйләнеш өсөн телефон: 246-55-09. Хаҡы 70 һум.

19.07.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика