“Салауат сәләме”,“Өмөтдар”,“Берләм юл”

“Салауат сәләме”,“Өмөтдар”,“Берләм юл”

    Башҡортостан ”Китап”нәшриәтендә өс авторҙы берләштергән шиғри йыйынтыҡ донъя күрҙе.
    Талантлы шағир Буранбай Исҡужиндың (1952 – 2007) шиғырҙар тупланмаһы “Салауат сәләме”тип атала. Уның әҫәрҙәрендә сихри наҙ ҙа, үткер ҡаяу ҙа, өмөт һәм өмөтһөҙлөк кеүек хис-тойғолар һүрәтләнә.
     Әҡсән Хәлиловтың шиғырҙар шәлкеме “Өмөтдар” исеме аҫтында бирелгән. Автор афористик әйтемдәр аша фәлсәфәүи фекерҙәр һалынған ҡыҫҡа, аҡ шиғырҙар тәҡдим итә.
    Йыйынтыҡтағы өсөнсө автор – Фәрит Әхмәтов һәм уның тупланмаһы “Берләм юл” тип атала. Уның был китапта тыуған еренә, ауылдаштарына арналған һәм тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә йәшәргә өндәгән фәһемле шиғырҙары урын алған.
18.08.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика