Сентябрь айында – яҙ ҡояшы

  Беҙ  булмышыбыҙ менән  барыбыҙ ҙа баласаҡ иленән. Беҙҙең бала саҡ, әлбиттә, әҙәби китаптарға ла бәйле. Нисә йәштә булыуыбыҙға  ҡарамаҫтан, әле лә башҡа баҫмалар менән бер рәттән,  кескәйҙәр өсөн сығарылған китаптарға  битараф түгелбеҙ. Күптәребеҙ шулай.

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн яңы китаптар даими донъя күрә.  Уҡыусылар иғтибарына яңы ғына мейестән сыҡҡан,  татар телендә баҫылған  ике авторҙың ижадын берләштергән  баҫманы – Флүрә Ғәзизованың «Яҙ ҡояшы»(Яз кояшы) һәм Инсур Мөсәннифтең  «Урман ни һөйләй?» (Урман ни сөйли?) тип аталған әкиәттәр, шиғырҙар йыйынтығын  тәҡдим итәбеҙ. Сағыу һүрәтле, еңел генә хәтерҙә ҡалырлыҡ шиғырҙарҙан, күңелгә үтеп инмәле әкиәттәрҙән торған был китап барыһының да күңеленә хуш килер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.

  Китапта шуҡ малайҙар һәм ҡыҙҙар тураһында  төрлө  ҡыҙыҡлы хәлдәр бәйән ителә, ҡоштар һәм хайуандар тормошо  сағылдырыла, туған яҡ тәбиғәтен һүрәтләгән, данлаған  шиғырҙар тупланған.

  Китап бөгөндән беҙҙең магазиндарҙа һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
16.09.2020

Возврат к списку