Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте өс телдә  донъя күрҙе

Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте өс телдә донъя күрҙе

   Данлыҡлы яҡташыбыҙ рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте өс телдә: рус, башҡорт, инглиз телдәрендә баҫылып сыҡты. Эксклюзив иллюстрациялар менән биҙәлгән был китап республика халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға иҫтәлекле бүләк буласаҡ.  

  

   


   Баҫма үҙенсәлекле биҙәлеше менән алдыра: ҡурсаҡтар,  уйынсыҡ мебель һәм йорт кәрәк-яраҡтарын ҡулланып, сәхнә күренештәре рәүешендә төшөрөлгән төрлө фотолар балаларҙың иғтибарын яуламай ҡалмаҫ. Уларҙың өлгөһөндә кескәйҙәрҙең үҙҙәренең дә уйынсыҡтары менән яңыса, ижади уйнарға теләге уяныр тигән өмөттә ҡалабыҙ.






    

    Әкиәттең өс телдә бирелеше лә отошло: кескәй уҡыусыларҙың телмәре үҫә, туған һәм сит телдәрҙә сағыштырып уҡыу иҫәбенә һүҙлек запасы арта, телде һиҙемләү һәләте үҫешә, туған һәм сит телдәрҙең лексикаһы, грамматикаһы үҙенсәлектәре үҙләштерелә.




  


    Китап Сергей Аксаковтың тыуыуына 225 йыл тулыу айҡанлы нәшер ителде.

    Баҫманы «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246‑09‑55.






06.12.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика