Шәп яҙыусынан шәп китаптар

Ошо көндәрҙә талантлы журналист, яҙыусы, Һ. Дәүләтшина исемендәге дәүләт, М. Аҡмулла исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостан йыртма календарын оҙаҡ йылдар әүҙем төҙөүсе авторҙарҙың береһе Факил Мырҙаҡаев үҙенең ғүмер байрамын билдәләй.
Ошо уңайҙан Факил Сәләх улының нәшриәтебеҙҙә донъя күргән һәм шулай уҡ автор-төҙөүсе булған түбәндәге баҫмаларын тәҡдим итәбеҙ.

Беренсеһе “Ынйы бөртөктәре” тип атала. Йыйынтыҡ илебеҙ, телебеҙ, азатлыҡ, тыныслыҡ, милләт яҙмышы, туған телде һаҡлау, донъя, йәшәйеш, тәбиғәт, ғилем-һөнәр һәм башҡа афоризмдарҙан торған, тәрән мәғәнәле фекерҙәрҙән төҙөлдө. Тыуған яғыбыҙ, уның ер-һыуы, милли уйын ҡоралы ҡурайға ла киң урын бирелгән. Мөхәббәт, әҙәп-әхлаҡ темалары ла ситләтеп үтелмәгән. Китапҡа шулай уҡ башҡорттарҙың тормошон өйрәнгән рус һәм сит ил эшмәкәрҙәренең дә фекерҙәре тупланған.

“Ҡайынлыҡ - малайҙар төбәге” һәм “Ҡайын һуты” исемле китаптарҙағы тәрән фекерле, бай йөкмәткеле әҫәрҙәр балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә битараф ҡалдырмай. Һәр әҫәре үҙ уҡыусыһын таба тора, уларҙы уйландыра, донъяға ҡарашын киңәйтә. Улар шундай ябай, еңел һәм мауыҡтырғыс итеп яҙылған, уҡыған һайын уҡығы, геройҙарҙың артабанғы яҙмыштарын тиҙерәк белге килә.
Баҫмалар нәшриәт магазиндарында һатыуҙа, шулай уҡ сайт аша заказ биреп алдырырға мөмкин.
15.11.2021

Возврат к списку