Шағир, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл

Шағир, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл

11 мартта шиғырҙары бөтә донъяға танылған шағир, йырсы, арҙаҡлы шәхес, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы диплом эйәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән яҙыусы, драматург, журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.
   Сығыш яһаусылар Сафуан Әлибаев тураһындағы яҡты иҫтәлектәре һәм хәтирәләре менән уртаҡлашты, шиғырҙар уҡыны, Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын башҡарҙы. Бөтәһе лә Сафуан Әфтәх улының кешелекле, яҡты йөҙлө, изге йөрәкле, ярҙамсыл, яғымлы, тырыш һәм ябай булыуын әйтеп китте. Шағир халыҡ күңелендә иҫ киткес моңло йырҙары менән уйылып ҡалған. Сараны танылған сәнғәт оҫталары: Роза Сәхәүетдинова, Нур Дауытов, Нәзифә Ҡадырова, Фәнүнә Сиражетдинова, Тәнзилә Үҙәнбаева, Йәмил Әбделмәнов ҡатнашлығында бай концерт программаһы биҙәне. Фойела китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
    Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә шағирҙың "Бел ҡәҙерен ғүмереңдең" тип аталған китабы донъя күрҙе. Унда авторҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары һәм йырҙары тупланған. Йыйынтыҡты нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

    Сафуан Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Ул әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә. 1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКОның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына лайыҡ була. Сафуан Әлибев йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Төрлө йылдарҙа республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы, республика Балалар фонды рәйесе урынбаҫары була.
14.03.2016

Возврат к списку


Яндекс.Метрика