Шағирҙың оло юбилейы

  Бөгөн күренекле шағир, тынғыһыҙ журналист, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Шаммас үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй.

  Китап уҡыусыларыбыҙға Рауил Сәхиулла улының Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Һайланма әҫәрҙәр»енең I һәм II томдарын тәҡдим итәбеҙ.

  Шағирҙың «Һайланма әҫәрҙәр»енең беренсе томында яңы шиғырҙары һәм поэмалары тупланһа, икенсе томына тормош һәм ижад юлы хаҡындағы ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, ҡәләмдәштәренең ижади портреттары, мауыҡтырғыс повестар, хикәйәләр һәм юморескалар инде. Уларҙа республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы ярылып ята, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет халҡының героизмы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше темалары күтәрелә, уҡытыусылар һәм журналистар тормошо сағылдырыла. Башҡорт һәм татар яҙыусылары, ижадташ дуҫтары хаҡындағы иҫтәлектәре ғалимдар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн айырыуса ҡыҙыҡлы булыр.

  Был китаптар беҙҙең магазиндарҙа һәр саҡ һатыуҙа. Рәхим итегеҙ!
09.11.2020

Возврат к списку