Шиғриәт донъяһында

   Башҡорт һәм татар шиғриәтен һөйөүселәр өсөн тағы бер яңылыҡ – ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап”  нәшриәтендә  түбәндәге китаптар донъя күрҙе.

  Фирҙәүес Бәширова. Тыуған илгенәм.

  Шағирә Фирҙәүес  Бәшированың был йыйынтыҡта тупланған әҫәрҙәре кешелек донъяһында әленән-әле  дәүерҙәр алмашыуының бер кемде лә, бер халыҡты ла  ситләтеп үтмәүе, киреһенсә, тормошта күпмелер ваҡыт аралығында  нығынған йәшәү ҡалыптарының үҙгәрештәр барышында емерелеүенең халыҡтар, илдәр  яҙмышына тәьҫире, йоғонтоһо тураһында. Шул уҡ ваҡытта халҡыбыҙҙы  халыҡ иткән гүзәл сифаттарын, уның йәшәү көсөнөң ҡеүәтен дә сағылдыра.

  Разил Вәлиев. Йылдар йылғаһы.

  Татарстандың халыҡ шағиры, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты  Разил Вәлиевтең  был китабына  төрлө  йылдарҙа  яҙылған шиғырҙары һәм шиғри  тәржемәләре тупланды. Баҫма "Ҡәрҙәшлек кәштәһе" серияһына ингән, Гөлнур Яҡупова тәржемәһе.

  Нәжибә Әминева. Кил һин, бәхет! (Кил син, бәхет!)

  Талантлы  шағирә Нәжибә Әминева  шиғыр һөйөүселәр араһында тәрән фәлсәфи эстәлекле  ижады менән киң танылған.  Әлеге йыйынтығында ул уҡыусыларына  йәшәү һәм тормош  мәғәнәһе, бәхет һәм мөхәббәт,  замандаштарыбыҙҙың уй-кисерештәре һәм хыял-маҡсаттары  хаҡында бәйән иткән шиғырҙарын тәҡдим итә.

  Был китаптарҙы беҙҙең магазиндарҙан һатып алырға мөмкин.
06.10.2020

Возврат к списку