Шиғриәт һәм күңел байрамы

        
    27 апрелдә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан ”Китап” нәшриәте 4-се ҡала китапханаһы менән берлектә сираттағы “Автограф көнө”н уҙғарҙы. Сараны асып, нәшриәттең баш мөхәррире Зөлфиә Ҡарабаева, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйы китап уҡыусы һәм автор араһындағы йәнле күпер икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.

    Билдәле булыуынса, ике туғандаш халыҡтың классигы, бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына ошо көндәрҙә 130 йыл тулды. Ошо күркәм датаға арнап, Башҡортостан “Китап” нәшриәте Ғабдулла Туҡайҙың “Ҡәрҙәшлек кәштәһе” серияһында башҡорт телендә “Ашҡынамын мәңгелеккә” китабын сығарҙы. Шулай уҡ билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир, журналист, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Барый Ноғомановтың “Шиғриәт”, күренекле тарихсы, шағир, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, тарих фәндәре докторы Фәнил Күзбәковтың “Ҡаялағы ҡурай” китаптарын тәҡдим итте.
    Күркәм сарала мәртәбәле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре, яҙыусылар, журналистар ҡатнашты.
    Тәүге һүҙҙе драматург, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Әсхәт улы Ғәйетбаев алды һәм яңы китаптарға ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Артабан билдәле шағир, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов Туҡайға арналған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, тарихсы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты Әхәт Сәлихов, архив материалдарына таянып, Ғабдулла Туҡайҙың нәҫел ептәренең ғәйнә башҡорттарына барып тоташыуы хаҡында бәйән итте.
    Артабан Барый Ноғоманов, Фәнил Күзбәков үҙ шиғырҙарын уҡыны, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, автографтар таратты.
    Күркәм сараны йомғаҡлап, нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов 4-се китапхана хеҙмәткәрҙәренә, килгән авторҙарға һәм ҡунаҡтарға оло рәхмәтен белдерҙе һәм киләсәктә лә ошондай осрашыуҙарҙың даими ойошторолоуына ышаныс белдерҙе.



27.04.2016

Возврат к списку