«Шиғриәт һуҡмағында» юл алды йәштәр (Йәш әҙәбиәтселәр семинары)

13 декабрҙә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Башҡорт дәүләт университетының "Шоңҡар" әҙәби-ижад берекмәһендә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Тулҡын", БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы "Ашҡаҙар", Сибай филиалындағы "Инеш" әҙәби-ижад түңәрәктәрендә шөғөлләнеүсе студенттар өсөн "Шиғриәт һуҡмағында" тип аталған Йәш әҙәбиәтселәр семинары үтте. Семинарҙа ижад донъяһына һуҡмаҡ яра башлаусы йәш авторҙарҙың тәүге әҫәрҙәренә танылған ҡәләм оҫталары, әҙәбиәт белгестәре баһа бирҙе.
Йәш авторҙарҙың шиғырҙарын тикшереү ултырышын Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, әҙәбиәт белгесе Ғәҙилә Бүләкова алып барҙы.
Фекер алышыуға союз идараһы рәйесе урынбаҫары , шағир Рәшит Зәйнуллин, Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы рәйесе урынбаҫары, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Дамир Шәрәфетдинов, күренекле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев, «Шоңҡар» журналы мөхәррире, яҙыусы-драматург Мөнир Ҡунафин, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, шағирә Лилиә Ҡәйепова, шағирә һәм композитор Зөһрә Фәйзуллина, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең реклама бүлеге хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Раушания Солтаҡаева саҡырылғайны.
Сара йәш авторҙарҙың шиғырҙарын тыңлауҙан башланды.
Түңәрәк өҫтәлдә Рәшит Зәйнуллин киләһе йылда үтәсәк «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проекты , Яҙыусылар союзы тарафынан балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәренә иғлан ителгән конкурс тураһында һөйләһә, шағирҙар Дамир Шәрәфетдинов, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Миләүшә Ҡаһарманова, Лилиә Ҡәйепова йәштәрҙең әҫәрҙәренә ентекле туҡталып үтеп, үҙ фекерҙәрен белдерҙе һәм кәңәштәрен бирҙе. Раушания Солтаҡаева ҡунаҡтарҙы һәм семинарҙа ҡатнашыусыларҙы «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан яңы баҫмалар менән таныштырҙы, шулай уҡ «Йәштәр тауышы» китаптар серияһына яңы китаптар көтөп ҡалыуын әйтеп үтте.
Осрашыу аҙағында «Шоңҡар», «Ашҡаҙар», «Инеш» ижад түңәрәге һәм берекмәһе етәкселәре, филология фәндәре кандидаттары Илшат Янбаев, Айнур Үтәев, Наилә Ыласынова йәш шағирә һәм яҙыусыларға уңыштар теләне, изге теләктәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйтеүенсә, «Ижади тәнҡит кенә яҙыусыға үҙ-үҙен табырға, уның үҫеүенә булышлыҡ итә ала һәм уҡыусы алдында яҙыусының тотҡан урынын аңларға ярҙам итә».

14.12.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика