Шуҡ малай Искәндәр мажаралары

Шуҡ малай Искәндәр мажаралары

    «Китап» нәшриәтендә Гөлнара Мостафинаның балалалар өсөн «Искәндәр кисергәндәр» китабы донъя күрҙе.

    Гөлнара Мостафинаның әҫәрҙәрен бәләкәстәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә бик яратып уҡый. «Искәндәр кисергәндәр» китабына ингән хикәйәләрҙә Искәндәр һәм уның һеңлеһе Әминә, уларҙың дуҫтары Әсләм менән Марат бала саҡ шуҡлығы арҡаһында ниндәй генә мажараларға тарымай! Фельдшер апай менән шаярғандары өсөн һарай ҡыйығында полициянан да ҡасып ултыра улар, һағыҙаҡ балын ашарға булып һары ҡорттарҙан да сағылып бөтәләр, мәктәп баҡсаһынан еләк өҙөп ашайбыҙ тип саҡ эттән таланмайҙар, һарай башынан йомортҡа урлаған саҡта баш түбән дә эленеп торалар, баш ҡалаға барғанда трамвайҙа йөрөйбөҙ тип аҙашып та алалар… Әммә һәр шуҡлыҡтарынан һабаҡ ала баралар, шулай йәшәргә өйрәнәләр…

    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

14.04.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика