«Китап» нәшриәтенең һатыу күргәҙмәһе Силәбе өлкәһе Арғаяш районында үҙ эшен дауам итә

Кисә, йәғни, 27 сентябрҙә, Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Мәҙәниәт йортонда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һатыу күргәҙмәһе ойошторҙо. Ул милләттәштәребеҙгә үҙенең иң сағыу, яң яҡшы, иң йөкмәткеле китаптарын тәҡдим итте. Һатыу күргәҙмәһе Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең концертына тап килеүе сараға килеүселәргә күтәренке кәйеф бүләк итте. Ҡунаҡтарҙы, бигерәк тә, Башҡортостан тәбиғәте, мәҙәниәте, тарихы, яҙыусылары тураһындағы китаптар ҡыҙыҡһындырҙы, шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар тарафынан белешмәләр, һүҙлектәр, календарҙар, балалар әҙәбиәте лә бик күпләп һатып алынды.
Һатыу күргәҙмәһе менән бөгөн иртән, 28 сентябрҙә, «Китап» нәшриәте Арғаяш районы Ҡолой ауылында ла булырға өлгөрҙө. Бында шағирә, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты Кәтибә Кинйәбулатованы иҫкә алыу сараһы уҙғарылды.
Кисен иһә был матур сара Арғаяш районы Мәҙәниәт һарайында дауам итәсәк. Ул Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге район әҙәби премияһына лайыҡ булыусыларҙы бүләкләү тантанаһы менән тамамланасаҡ.
Тантанала «Китап» нәшриәте әҙәбиәт һөйөүселәренә шулай уҡ үҙ баҫмаларын тәҡдим итәсәк. Балалар, ололар өсөн нәфис әҙәбиәт, әкиәттәр, тарихи баҫмалар, йырҙар йыйынтығы һәм башҡа күп төрлө сағыу тышлы, тәрән йөкмәткеле китаптарыбыҙ һәр кемдең күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле милләттәштәребеҙ!

Әйткәндәй, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте һатыу күргәҙмәһен иртәгә, йәғни, 29 сенябрҙә, Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районында дауам итәсәк. Райондың Үҙәк баҙарында ойоштороласаҡ күргәҙмәлә китап яратыусы дуҫтарыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ!
28.09.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика