Силәбе башҡорттары Башҡортостан Республикаһы көнөн байрам итте

2017 йылдың 11 октябрендә Силәбе ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 25 йыллығына ҡарата "Һөйәм һине, Башҡортостан" исемле тантаналы сара уҙҙы. Сара сиктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәте менән Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы араһында Килешеү төҙөлдө. "Китап" нәшриәте сарала дәреслектәр һәм методик ҡулланмалар күргәҙмәһе үткәрҙе, шулай уҡ Үрге Өпәйле, Златоуст ҡалалары округтары һәм Сыбаркүл районы Башҡорт ҡоролтайҙарына туған телде өйрәнеү буйынса дәреслектәр бүләк итте.

Тулыраҡ мәғлүмәтте һеҙ «Силәбе өлкәһе Халыҡтар дуҫлығы йорто» (http://ddnchel.ru/news/events/v) һәм «Башҡортостан» ДТРК (http://tv-rb.ru/bash/novosti/y-m-i-t/sil-be-men-n-bas.) сайттарынан уҡый алаһығыҙ.

16.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика