Сираттағы һатыу-күргәҙмәбеҙ Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайышында үтә

Башҡортостаныбыҙҙың һәм нәшриәтебеҙҙең ойошторолоуына 100 йыл тулыу айҡанлы «100 йыллыҡҡа 100 ауыл һәм ҡала» акцияһы нигеҙендә үткәрелгән сауҙа-күргәҙмәбеҙ республикабыҙҙың бик күп ҡала, район һәм ауыл халҡын, хатта күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙе үҙенең өр-яңы китаптары менән һөйөндөрөргә өлгөрҙө.
Тиҙҙән ул Башҡортостаныбыҙҙың төньяҡ-көнбайышына, йәғни Дүртөйлө менән Нефтекама тарафтарына, барырға әҙерләнә.
Һатыу күргәҙмәбеҙ 25 февралдә Дүртөйлө ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында ойошторолһа, 26 февраль көндө Нефтекама ҡалаһының Тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәм Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә үтәсәк.
Уҡыусыларға тәҡдим ителәсәк әҙәбиәт араһында Башҡортостандың тәбиғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә, билдәле шәхестәренә арналған баҫмалар, Мәрйәм Бураҡаеваның «Әҫәрҙәр», Ибраһим Ғиззәтуллиндың «Үлгәндән һуң утыҙ йыл», Рим Ахмедовтың «Одолень трава», «Үҫемлектәр – һинең дуҫтарың һәм дошмандарың», «Одолень трава эҙҙәре буйлап», Мостай Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала-саҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), «Балалар әҙәбиәте антологияһы» (төҙөүсе авторҙар коллективы; башҡорт һәм рус телдәрендә), Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» (башҡорт һәм рус телдәрендә), Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр», «Башҡортостандың әҙәбиәт музейҙары» (төҙөүсе авторы Фәнис Янышев; башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә), Сергей Руденконың «Башкиры», Лира Яҡшыбаеваның «Зәйнулла ишан», Ғәли Ибраһимовтың «Кинйә», 2019 йылға мәктәп һәм мосолман календарҙары, «Ҡөрьән Кәрим» китабының яңы баҫмаһы, уҡыу һәм методик әсбаптар, һүҙлектәр, фотоальбомдар һәм шулай уҡ башҡа бик күп өр-яңы китаптар бар.
Һатыу күргәҙмәһенә мәктәп уҡыусыһы һәм уҡытыусыларын, китапханасыларҙы, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы педагогтарын, ғөмүмән, китапҡа битараф булмаған барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәребеҙҙе саҡырабыҙ!
Сауҙа йәрминкәһе:
25 февралдә Дүртөйлө ҡалаһы Мәҙәниәт һарайында (18.00 с. – 22.00 с.);
26 февралдә Нефтекама тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында (14.00 с. – 17.00 с.) һәм Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә (18.00 с. – 22.00 с.) ойоштороласаҡ.
Һатыу-күргәҙмәһенә алып барыр өсөн үҙегеҙ теләгән китаптарға заявка бирергә лә була.
Бәйләнеш өсөн адресыбыҙ: Октябрь проспекты, 2; телефоныбыҙ: 8 (347) 246-09-55; e-mail: kitapmarket@mail.ru.



13.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика