Сираттағы күстәнәсебеҙ – проза һөйөүселәргә

  Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте  уҡыусыларға тынғыһыҙ журналист, талантлы яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың повесть һәм хикәйәләрҙән   торған  “Бетерә шаршыһы” исемле китабын тәҡдим итә.

  Китапҡа яҙыусының “Бетерә шаршыһы”, “Шүлгән”, “Алда ғүмер бар әле”,“Бисура”, “Еңеүҙән һуң” исемле повестары һәм “Көндәштәр”, “Март бураны”, “Сәләм”, “Өмөтлө шайтан”, “8 март”, “Ҡыҙым-ҡыҙым, ҡыҙ кеше” һәм башҡа хикәйәләре тупланған.

  Автор әҫәрҙәрендәге ваҡиғаларҙы шундай мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы итеп һүрәтләй, унда бөгөнгө тормош та, үткән заман да сағыла. Һәр повесть, хикәйәне уҡый башлау менән шулар араһында йөрөгәндәй үҙеңде хис итәһең.

  Иғтибарығыҙға “Бетерә шаршыһы” повесынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ:


“...
–  Илай-илай мөхәббәт хаты яҙаһыңмы?
Эй, ошо бошона белмәҫ Зина! Уға бындай зар танышмы?
–  Мөхәббәт һиңә...
Шул саҡ йөрәге семетте. “Мөхәббәт” тигән һүҙҙәнме, шул һүҙ нимәлер иҫенә төшөрөүҙәнме. Был бит уның телендә ғүмерҙә лә әйтелмәгән һүҙ. Тойолған, әммә әйтелмәгән. Тойолған, әммә тыйылған, тонсоҡтороп үлтерелгән. Шулай тип уйлай ине. Ә ул...ул үлмәгән, ахыры. Үлгән булһа...күҙ алдына килер инме ул йөҙ? Иң ауыр, иң хәсрәтле мәлдәрҙә?Күҙ алдында йөҙө торор инеме  лә, шул күренешкә әүрәп, тирә-яғын, ауыртыу-һыҙланыуҙы, кәмһетелеүҙе, йәбер-золомдо тоймаҫ-күрмәҫ инеме? Үлгән булһа...ул тойғо?
Хәтирәләге үҙгәреште һиҙгән осҡор Зина “һә” тигәнсе аҫҡа төшөп тә ултыра. Яҡынлап алып уҡ битенә төбәлә:
– Ирка, йә инде, һөйлә шул тарихты миңә? Һөйләһәң, еңелерәк булып ҡала. Мин бит һиңә тормошомда булғандарҙы  бушҡа һөйләмәйем,  күңел бушатыу өсөн. Йә?
– Нимә һөйләйем инде мин... – ҡатын йыуаш йылмая. – Һөйләһәм дә, һин яҡшылап аңламаҫһың, руссам икмәк-тоҙлоҡ ҡына.
– Аңлайым мин үҙемә кәрәген, –  яңы әхирәте ҡуямы инде ул. Бик үткен ҡатынҡай ул, шундай сая. Иректә йәшәгәнендә  уҡытыусы булдым, ти, ире лә ғалиммы -  кемдер. Икеһен дә бер-бер артлы ҡулға алғандар, уныһының ҡайҙа икәнен дә белмәй, төрлө төрмәләргә хаттар яҙып эҙләүенә инде йылдан ашыу  икән. Шул хәлендә лә  һәр кемгә ярҙам итергә ынтылып тора. Хәтирәне бөтөнләй үҙ итте, руссаға  ла өйрәтә...”

  Хәтирәнең алдағы һәм артабанғы яҙмышы, тормошо тураһындағы ваҡиғаларҙы китаптан уҡып белергә мөмкин.

  Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршыһы” китабын  нәшриәттең  Октябрь проспекты, 2, Туҡай урамы, 46 адрестары буйынса урынлашҡан фирма магазиндарынан һатып алырға  йәки  http://kitap-ufa.ru  сайты аша заказ менән алдырырға мөмкин.
16.02.2021

Возврат к списку