Сираттағы сауҙа-күргәҙмәһен нәшриәт Мәсетлелә үткәрә



Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең китап һатыу күргәҙмәһе республикабыҙ халҡын һөйөндөрөп, Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафтарында булып өлгөрҙө. Республикабыҙҙың һәм нәшриәттең ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған сауҙа-күргәҙмәһе «Йөҙ ауыл һәм ҡала» акцияһы сиктәрендә үткәрелеп, Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Көйөргәҙе, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Благовещен районы һәм ауылдарында, хатта сит өлкәләрҙә лә йәшәүсе милләттәштәребеҙгә китап байрамы ойошторҙо. Сираттағы сәфәрен ул Мәсетле яҡтарына барып дауам итмәксе. Сауҙа-күргәҙмәһе 7 февралдә Мәсетле районы үҙәге Оло Устикин ауылының Мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ. Әйткәндәй, күргәҙмәнең «Милли кейем – быуаттар ҡомартҡыһы» тип аталған фәнни-ғәмәли конференция менән тап килеүе икеләтә һөйөнөслө. Конференцияға килеүселәргә, унда ҡатнашыусыларға, ғөмүмән, Мәсетле районы халҡына нәшриәт өр-яңы китаптарын алып барырға уйлай. Китаптар араһында Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, танылған шәхестәренә арналған баҫмалар буласаҡ. Конференция тематикаһына ярашлы рәүештә күргәҙмәлә шулай уҡ С. И. Руденконың «Башкиры: Историко-этнографические очерки», С.Н. Шитова менән Г.А. Данукалованың «Уфа историческая. Кн. 1: Искусство архитектурного декора» и «Уфа историческая. Кн. 2: Деревянное зодчество», Е. Нечвалодовтың «Орнамент счетной вышивки башкир», И. А. Арсланованың «Кухни народов Башкортостана», Э.В. Миһранованың «Башкиры. Традиционная система питания» китаптары ла урын аласаҡ. Бынан тыш китап уҡыусыларға Ҡөрьән китабының яңы баҫмаһы, мосолман һәм мәктәп календарҙары, балалар әҙәбиәте, оло һәм йәш быуын яҙыусыларының, шағирҙарының һайланма әҫәрҙәре лә тәҡдим ителәсәк.

Рәхим итегеҙ, Мәсетлеләр!

01.02.2019

Возврат к списку


Яндекс.Метрика