Спартак Ильясов ижады

Спартак Ильясов ижады

    Яҙыусы, тарихсы Спартак Ильясовтың «Биғылый» китабы донъя күрҙе. Баҫмала авторҙың «Биғылый» романы, «Һыҡтау һарҡындыһы», «Тәҡдир» повестары, «Аҡсай», «Аҡтәпәй» хикәйәләре һәм башҡа әҫәрҙәре урын алды.

    Китап ғәҙеллек, тоғролоҡ, үҙ булмышыңды һаҡлап ҡалыу зарурлығы хаҡында уйланырға мәжбүр итә. Әҫәрҙәр ысын ваҡиғалар нигеҙендә ижад ителгән.

    Баҫманы нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

09.12.2016

Возврат к списку