Төбәк-ара милли китап фестивале лауреаттары

2017 йылдың 4 - 7 октябрь көндәрендә М. Горький исемендәге Рязань өлкә универсаль фәнни китапханаһында «Читающий мир» исемле Төбәк-ара милли китап фестивале уҙҙы.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән ике китап фестивалдә «Йыл китабы» конкурсының лауреат исемен алды.
Фестивалдә илдең 21 (Мәскәү, Якутск, Рязань, Орел, Чебоксар, Иваново, Киров һ.б. ҡалаларҙан) төбәгенән 52 нәшриәт ҡатнашты.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ҡырғыҙ һәм башҡорт телдәрендә баҫылып сыҡҡан «Манас. Героический эпос кыргызов» китабы «Издание, вносящее вклад в диалог культур» номинациһында еңеүсе тип табылһа, Сергей Тимофеевич Аксаковтың рус, башҡорт, инглиз телдәрендә сыҡҡан «Аленький цветочек» әкиәт китабы «Лучшая книга для детей» номинацияһында бүләкләнде.
ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫтар исемлегенә индерелгән ҡырғыҙ халҡының «Манас» иртәге башҡорт теленә беренсе тапҡыр тәржемә ителде. Ҡырғыҙҙар араһында был иртәктең күп версиялары һәм варианттары бар. Тәржемәгә мәшһүр Биксолтан Жакиев аҡындың рәсми рәүештә ҡанунлаштырылған тексы алынды.
Өс телдәге «Аленький цветочек» әкиәт китабы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 225 йыллыҡҡа ҡарата нәшер ителде.
Билдәләп үтергә кәрәк, «Аленький цветочек» та, «Манас» та әҙәбиәт һөйөүселәребеҙ араһында иң юғары баһаланған китаптарҙың береһе булып тора. Был китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинынан (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2) йәки сайтына (www.kitap-ufa.ru) заказ ҡалдырып, һатып алырға мөмкин.  
Рязань ҡалаһында үткән Төбәк-ара милли китап фестивале тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте http://vezdekultura.ru сайтынан да уҡый алаһығыҙ.
13.10.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика