Шағирә, тәржемәсе, журналист-публицист, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Тамара Ғәниеваның «Һайланма әҫәрҙәр»е донъя күрҙе

Тамара Ғәниева – ижады хәҙерге башҡорт шиғриәтенең кимәлен билдәләгән, шиғри һүҙе күңелдәргә үтеп инер ҡөҙрәткә эйә әҙиптәрҙең береһе. Публицистика, драматургия, тәржемә өлкәһендә лә ул ең һыҙғанып эшләй, уңыштары бихисап әҙәби премиялар менән бүләкләнә. Шағирәнең «Һайланма әҫәрҙәр»енең 1-се томына төрлө йылдарҙа донъя күргән шиғырҙары тупланды.
Тамара Ғәниеваның был китабын нәшриәттең фирма магазинына (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин: http://www.kitap-ufa.ru. Хаҡы 140 һум.

17.08.2018

Возврат к списку


Яндекс.Метрика