Татарстан китап нәшриәте баҫмалары

Татарстан китап нәшриәте баҫмалары

Татарстан китап нәшриәте баҫмалары

    Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында Татарстан китап нәшриәте сығарған баҫмалар һатыуға сыҡты.

    Баҫмалар араһында балалар өсөн «Татарстан халыҡтары әкиәттәре», Ғабдулла Туҡайҙың «Һағыныр ваҡыттар» (икеһе лә татар һәм рус телдәрендә), «Бала саҡ энциклопедияһы», өлкәндәр өсөн Роберт Миңнуллиндың «Бында беҙ ҙә бар әле!», Һаҙый Таҡташтың «Һайланма әҫәрҙәр», Айҙар Хәлимдең «Татар һалдаты», Ғәлимйән Ибраһимовтың «Ҡаҙаҡ ҡыҙы» (барыһы ла татар телендә), Гүзәл Яхинаның «Зулейха открывает глаза», Р.Ғ. һәм Р.Р. Фәхретдиновтарҙың «История татарского народа» (икеһе лә рус телендә) китаптары бар.

    Китаптарҙы нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

03.05.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика