Тел ғилеме буйынса китап донъя күрҙе

Тел ғилеме буйынса китап донъя күрҙе

    Филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың «Введение в урало-алтайское языкознание» китабы баҫылып сыҡты. Был китап Урал һәм Алтай телдәренең килеп сығышын, үҫешен һәм формалашыуын өйрәнеү менән шөғөлләнгән тел белгестәренә арналған. Баҫмала автор үҙенең күп йыллыҡ тикшеренеүҙәрен системалаштырған һәм дөйөмләштергән.

    Хеҙмәттә Ж. Кейекбаев сағыштырма-тарихи анализ һәм фонетик-морфологик структура ысулы ярҙамында Урал-Алтай телдәренең ҡәрҙәшлек мәсьәләһен тикшерә. Автор был телдәрҙең тарихын асыҡлау өсөн үҙе булдырған билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһын ҡулланып, уларҙың күп грамматик категорияларындағы структура моделдәренең дөйөм булыуын иҫбат итә.

    Китапты нәшриәттең фирма магазинынан (Октябрь проспекты, 2) йәки сайтынан һатып алырға мөмкин. Белешмә өсөн телефон: (347) 246-09-55.

11.01.2017

Возврат к списку


Яндекс.Метрика