«ТОРМОШҠА ЮЛ. (РӘМИ ҒАРИПОВ ИСЕМЕНДӘГЕ 1-СЕ ҺАНЛЫ БАШҠОРТ РЕСПУБЛИКА ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫНА – 75 ЙЫЛ)»

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се һанлы Башҡорт гимназияһының 75 йыллығына бағышланған яңы китап донъя күрҙе. Төҙөүсеһе –  М.М. Хафизов. Мөхәррире – Ф.М. Бикташева. Биҙәлеш мөхәррире – А.Р. Мөхтәруллин. Тиражы – 1000 дана.
Китапты Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллыҡ тарихына байҡау яһау тип ҡабул итеү дөрөҫ булыр. Баҫмала ошо юбилейға бағышланған һәм шулай уҡ башҡа йылдарҙа яҙылған мәҡәләләр, иҫтәлектәр тупланды. Был уҡыу йортоноң асылыуы республика милли мәғарифында үҙе бер феноменаль күренеш булды. Ете тиҫтәнән артыҡ арауыҡта мәктәпте 13 мең самаһы уҡыусы тамамланы. Шуныһы мөһим, уларҙың күпселеге юғары белем алды, һәр береһе тормошта үҙенең  лайыҡлы урынын тапты.
Баҫма төрлө йылдарҙа эшләгән уҡытыусыларға,тәрбиәселәргә, мәктәп етәкселәренә, гимназистарға һәм киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнгән.
_____________
В Башкирском издательстве «Китап» имени Зайнаб Биишевой вышла в свет книга «Достойно продолжая традиции. (75 лет Башкирской республиканской гимназии-интернату №1 им. Р. Гарипова)». Составитель  –  М.М. Хафизов. Редактор  –  Ф.М. Бикташева. Художественный редактор  –  А.Р. Мухтаруллин. Тираж  – 1000 экз.
В книгу включены статьи, приуроченные к  75-летию со дня основания Башкирской республиканской гимназии-интерната, а также другие статьи, воспоминания, написанные  в разные годы.
Предназначена тем, чья педагогическая деятельность или учеба связана с гимназией, а также широкому кругу читателей.
24.12.2019

Возврат к списку